Доға ҡылыу.
Бисмилләәһир -рахмәәнир -рахиим.
Әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмиин.
Үәс- саләәтү, үәс- сәләәмү ғәләә расүлинә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхабиһи әжмәғиин.
❤Йә, Раббым Аллаһ! Беҙгә Байлыҡ бир, һәм шуның менән бергә ҡушып,
Һөйөнөсөн дә бир. Сөнки Байлыҡ булып, бер Ҡыуанысы ла булмаһа, уның ҡәҙере булмай. Беҙгә хәйерле Бәрәкәт ишектәрен ас!
❤Раббым! Беҙгә Көс бир! Уның менән бергә Аҡыл- Тәүфиҡ тә бир! Сөнки Аҡылһыҙ Көс хәсрәттән башҡа бер ни ҙә бирмәҫ!
❤Йә, Раббым! Дәрәжә бир! Уның менән бергә Кеселеклелек, кешелеклелек бир! Сөнки Кеселеклеге булмаған Дәрәжә үкенескә алып килә.
❤Йә, Аллаһым! Матурлыҡ бир! Һәм уның менән бергә Гүзәл Холоҡ, Әҙәп тә бир! Сөнки ояла белмәү, әҙәпһеҙлек хурлыҡҡа төшөрә.
❤Йә, Раббым! Һынауҙарҙы үтә алырлыҡ, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ Сабырлыҡ бир! Сөнки Сабырлыҡһыҙ бер һынауҙы ла үтеп
булмай.
❤Йә, Аллаһым! Иман ныҡлығы бир беҙгә! Сөнки ныҡ булмаған Иман донъяла һәм Әхирәттә ҡотҡармай.
❤Йә, Раббым! Аҡыл- Хикмәтемде киңерәк ас, күңелемә Рәхмәт орлоғоңдо сәс, күңел көҙгөһөн сафландырып тор, бөтөн мөшкөл эшемде тиҙ хәл итеп тор.
❤Яғымлы ҡыл телемде! Һүҙемде ишеткән һәр ҡолаҡ эйәһен шатландыр! Һүҙҙәремдең мәғәнәһен асыҡ яңғырат ! Ошо тел ярҙамында ауырлыҡтарҙан ҡотҡар!
❤Миңә Йомарт бул, Аллаһым! Үҙеңдең ярҙамыңда ҡотҡар мине вайымһыҙлыҡтан, уят мине ғәмһеҙлек йоҡоһонан! Бәхетле ит йәшәүемде!
Арттыр хәйерле ғилемемде, еңеләйт ғилем алыуымды! Һин биргән ниғмәттәргә ғилемем сәбәпле шөкөр итә белеүҙе насип ит! Уҡыуым һәм ғилем алыуым сәбәбенән тышымды һәм эсемде нурландыр, һәм бер ни тиклем генә булһа ла, наҙанлығымды кәмет, белгәндәремде башҡаларға өйрәтеп, Ислам шәриғәтенә хеҙмәт итеүҙе насип ит!
❤Йә, Аллаһым! Һинең ризалығың менән иғтиҡад (күңелдәге ышаныс) һәм ғәмәлдәр менән донъянан үтһәм, мине тоғро ҡолдарың араһына индереп, Рәсүл Әкрам шәфәғәтенә лайыҡ ҡыл! Әмиин!