Ураҙа беҙгә Аллаһ Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙең — тәмле-татлы ризыҡтарҙың, һыуҙың ҡәҙерен белеү кәрәклеген иҫкә төшөрә. Уның бик күп файҙалары бар. Ҡайһы берҙәре менән танышып үтәйек.
Ураҙа шөкөр итергә өйрәтә. Аллаһ Тәғәлә үҙенең кешегә биргән хисапһыҙ ниғмәттәре өсөн бары тик бер нәмә — шөкөр итеүҙе генә һорай. Шөкөр итеү — бөтә ризыҡтарҙы, байлыҡтарҙы Аллаһтан тип белеү.
Башҡа ваҡытта кеше, аслыҡты бик тоймағанлыҡтан, ризыҡҡа ни дәрәжәлә ихтыяж булыуын аңламай. Ә ураҙала ауыҙ асҡанда — ифтарҙа уға ябай икмәк тә шул тиклем тәмле тойола, ул уның ниндәй ҙур ризыҡ икәнлеген яңынан аңлай.
Ураҙа – сәләмәтлек асҡысы. Бер йыл төрлө ашамлыҡтар һәм эсемлектәр ҡабул итеп арыған, туҙған эске ағзаларыбыҙға ял итеү, көс-ҡеүәт туплау мөмкинлеге бирә ул.
Ураҙа – кешенең түҙемлеген арттыра, сабырлығын һынай. «Ураҙа – сабырлыҡтың яртыһы, сабырлыҡ иһә – Имандың яртыһы», - тиелгән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер хәҙисендә(📚 Әбү-Нуайм).
Ураҙаның рухты үҫтереү йәһәтенән дә файҙаһы ҙур. Сөнки ул нәфсене тыйырға, аҡылды тыңларға өйрәтә. Рамаҙан айында кеше үҙенең ашҡаҙанды тултырыр сөн генә йәшәмәгәнен аңлай. Бар булмышын Аллаһ Тәғәләгә буйһоноуға йүнәлтә һәм бынан күңел тыныслығы, ҡыуаныу, ҡәнәғәтлек ала.
Ураҙа әҙәпте, холоҡ-фиғелде нығыта. Кешелә ашҡаҙанынан башҡа күҙ, ҡолаҡ; хыялланыу, фекерләү, һоҡланыу, нәфрәт кеүек тойғолар бар. Ярамаған әйберҙәрҙән, һүҙҙәрҙән йырағайып тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә. Телде ялғандан, ғәйбәттән тыйып, Ҡөръән уҡыу, зикер, Салауат әйтеү һ.б менән күңелен байыта.