Әссәләмәғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, ҡәрҙәштәр! Бөгөн һеҙгә Бәҡара сүрәһенең 152- 157- се аяттарына Мәүлетбай Ямалетдиновтың шиғри аңлатмаларын һалырға ниәт ҡылдым. Аллаһ риза булһын! Был аяттар- Ҡөрьән Кәримдең Бәҡара сүрәһенән халыҡта "Фәҙкүруни" тип йөрөтөлгән, мәйет янында, мәйетте оҙатҡанда уҡыла торған аяттар. 152. Мин һеҙҙе бөйөк итермен, итһәгеҙ миңә зекер,157 Һәм Миңә миннәт158 итегеҙ, һәм булмағыҙ нәшөкөр.159 153. Әй һеҙ, иманлылар! Әгәр эҙләр булһағыҙ мәҙәт,160 Сабырлыҡҡа һәм намаҙға итегеҙ мөрәжәғәт; Кем сабырлы һәм ныҡ, Аллаһ шуларҙы яҡын итер. 161 154. Алланың юлында йөрөп, һәләк булғандарға һеҙ, (Был кешеләр инде йәнһәр), улар- үлек тимәгеҙ, Юҡ,( улар) тере, әммә һеҙ( быға) төшөнмәйһегеҙ.162 155. Беҙ, һис, шикһеҙ, ебәрербеҙ һеҙгә һынау (бер нисә): Ҡурҡыныстан, йәнә килеп аслыҡтан берәр мөсә;163 Мал- мөлкәткә, ғүмерҙәргә, (хеҙмәт) емештәренә Төшкән һәр бер хәсарәттең һәр беренән бер ҡисем,164 Һәм сабырлы булғандарға еткерегеҙ һөйөнсө. 156. Өҫтәренә ҡайғы- хәсрәт ябырылған көйөнсә: « Ысынлап та, беҙ Алланың бәндәһе, тигәндәргә,- 165 Беҙгә фәҡәт Аллаһыға ҡайтаһы », тигәндәргә. 157. Улар Раббынан фатиха һәм рәхмәт алыусылар, Һәм улар дөрөҫ( үә тура) юл менән барыусылар. Аңлатмалар: 157.Зекер - Аллаһты ҡат- ҡат данлауҙан торған доға. 158. Миннәт- яҡшылыҡҡа ҡарата рәхмәт тойғоһо. 159. Нәшөкөр- яҡшылыҡ ҡәҙерен белмәүсе. 160. Мәҙәт- ярҙам. 161. Мосолмандар үҙҙәренә асылған рухи хәҡиҡәтте бар донъяға хәбәр итергә тейеш. Был бурысты улар ғибәҙәт һәм Аллаһ ярҙамында ирешелгән Рух ныҡлығы арҡаһында ғына үтәп сыға ала. 162." Аллаһ юлында "тигәнде "хәҡиҡәт хаҡына" тип аңларға кәрәк. Ысынлап та, исламдағы хәҡиҡәтте мосолман булмағандарға тапшырыу- һәр мосолмандың мөҡәддәс бурысы, шулай булғас, бының менән шөғөлләнгән һәр кеше "Аллаһ эше өсөн көрәшә". Ә инде ҡайһы берәүҙәрҙең мосолмандар Аллаһтың ҡанундарын ҡылыс ярҙамында таратырға тейеш, тигән фекере - нигеҙһеҙ. 163. Мөсә- Өлөш. 164. Ҡисем- Өлөш. 165. Мосолман шундай фиҙакәрлек менән үҙен Аллаһ иркенә тапшыра- хатта бер ниндәй һынау ҙа, ҡайғы- хәсрәт тә уның тормош ағышын үҙгәртергә һәләтле түгел, сөнки уның маҡсаты- мул тормошҡа өлгәшеүҙән күпкә юғары.