Сүрәтүл Бәҡараһ.
Һыйыр сүрәһе.
( Мәҙинәлә ингән, 286 аяттан тора).
Был сүрәнең исеме 67-71- се аяттарҙа тасуир ителгән ваҡиғанан алынған.
Унда һүҙ һыйырҙы үлтереү хаҡында бара. " Һыйыр" сүрәһендә, башлыса, йәһүдтәр тураһында һүҙ алып барыла.
Ә һыйырҙы илаһилаштырыу борон был халыҡта мәжүсилектең бер төрө
булып ныҡ таралған булған.
Ҡөрьән Кәримдең иң ҙур сүрәһе булған был сүрәнән мин намаҙҙарҙа, Ҡөрьән уҡыу мәжлесендә иң күп уҡылған аяттарҙы һалырға ниәт ҡылдым.Шулай ҙа "Бәҡара" сүрәһенең тәүге 5 аятынан һуң, өҫтәп тағы 5 аятын һеҙгә еткермәй булдыра алманым.
Аллаһ риза булһын!
2. Әл- Бәҡараһ( Һыйыр) сүрәһе.
Бисмилләәһир -рахмәәнир -рахиим.
1. Әлиф или мим. ( Йәки: Мин, Аллаһ, иң яҡшы белеүсемен.
2. Һис шикһеҙ, Аллаһынан индерелде был Китап,
Бурысына тоғро мөьмин затҡа ҡулланма итеп.
3. Ул мөьминдәр, күрмәһә лә, ышанырҙар Аллаға,
Ваҡытында намаҙ уҡыр, тоғро ҡалып йолаға,
Һәм Беҙ бүлгән байлыҡтарҙан биреп барыр саҙаҡа.
4. (Әй, Мөхәммәт!)
Ышанырҙар улар һиңә иңдерелгән Ҡөрьәнгә,
Ышанырҙар һәр китапҡа, һинән алда кергәнгә,
Һәм шулай уҡ ышанырҙар: ахирәт бар һәр йәнгә.
5. Ул мөьминдәр- (хаҡ) Алланан дөрөҫ юл табыусылар,
Бында- уңыш, ахирәттә -өҫтөнлөк яулаусылар.
6. Аллаһыға һәм Ҡөрьәнгә ышанмаған кафырҙар-
Иҫкәртеү- иҫкәртмәүеңә битараф ҡалыусылар-
Һис тә иман килтермәҫтәр, мөшрик* булып ҡалырҙар.
7. Алла ундай кафырҙарҙың бикләне йөрәктәрен,
Һаңғырауға әйләндерҙе уларҙың ҡолаҡтарын,
Күҙҙәренә пәрҙә ҡороп, һүрелтте сыраҡтарын,
Татыясаҡ улар ҡаты ахирәт ғазаптарын.**
Кешеләрҙең араһында бар былай тиеүселәр:
"Беҙ- Аллаға, ахирәткә иман килтереүселәр",
Тик үҙҙәре түгел дингә итәғәт итеүселәр.
9. Алланы һәм мөьминдәрҙе улар алдарға теләй,
Ләкин үҙ- үҙҙәрен генә алдағандарын
белмәй.
10. Уларҙың йөрәктәрендә ҡурҡаҡлыҡ сире аҙған, ***
Алла уларҙың был сирен арттыра бара һаман;
Уларға- хурлыҡлы яза, һөйләгән өсөн ялған.
Аңлатмалар:
* Мөшрик- күп илаһтарға, поттарға табыныусы.
** Бында һүҙ пәйғәмбәрҙең иҫкәртеүҙәренә һис иғтибар бирмәгән, күңелдәре ҡатҡан мөшриктәр хаҡында.
***Мөшриктәрҙең исламды асыҡтан- асыҡ инҡар итеүгә ҡыйыулыҡтары етмәй. Ислам дине еңә барған һайын
уларҙың йөрәктәрендәге был сир арта ғына бара.