“Үҙ-үҙемә ят кешеменме мин» /Булған хәл/ Оло йөрәкле әсә бәйән иткән ғибрәтле хикәйәнең аҙағы. 3... Мария шул тиклем ҡыуанды. Күҙҙәрендә аңлатып биргеһеҙ шатлыҡ осҡондары һирпелә ине. Миңә лә ни типтер өндәште, балаларына ниҙер әйтте. Әммә уның һүҙҙәрен бер кем дә аңламаны. Мария ымлап та, ишара менән дә аңлатырға маташа. Балалары уны аңлай алмағандарына борсола башланы. Өс балаһы бер-береһенә ҡарашып алған булалар ҙа, аптырашалар. - Нимә ти ул? Һүҙҙәре аңлашылмаймы ни, аңламайһығыҙмы ни? - тип һорайым мин дә Мария өсөн борсолоп. - Ул ауылса, өләсәй кеүек һөйләшә. Беҙ уны аңламайбыҙ, - тине ҡыҙы. - Ауыл теле тигән тел булмай ул. Ниндәй телдә әйтә ул? Ниндәй милләт? - тип һорайым. - Башҡорттар беҙ. Тик бер генә тапҡыр ҙа һөйләшмәнек ул телдә, - тине өлкән улы. Ә әсә кеше һаман ниҙер аңлатырға тырыша, өҙгөләнә. - Атайым белә лә ул. Ул бәләкәй туғаныбыҙҙы ҡарап ҡалды. - Бына һиңә марксистик-ленинсы ғаилә. Бына һиңә уртаҡ совет (интернациональ) милләте, - тип йәнем әсей башланы ят кешеләр өсөн. - Табығыҙ берәй башҡортто. Юҡмы ни бында берәйһе? Шәфҡәт туташы йүгереп килеп инде. Марияны тынысландыра, һеҙгә борсолорға ярамай, ти. Ә ул русса аңламай. Ошоғаса һин дә мин русса аралашҡан ҡатын әле килеп бер һүҙ ҙә әйтә алмай ине. Бына ғәләмәт. Онотҡан, бөтөнләй онотҡан ине. Йәл, шул тиклем йәл ине ҡатын. Ниҙер әйтә, бер кем аңламай. Ҡарашы шул тиклем моңһоу. Шәфҡәт туташы тынысландырыу өсөн укол һалды, балаларҙың береһен Хәлиҙә исемле табипты алырға ебәрҙе. Ул килгән саҡта ҡатындың хәле насарайғайны инде. Дежур врачты саҡырттылар. Хәлиҙә әсәнән ниҙер һораны. «Эй, Хоҙайым, үткән бит ғүмерем заяға. Мин үҙ-үҙемә ят кешемен икән дә. Үҙ балаларым аңламай мине»… тигән ул. Марияны алып киттеләр. Реанимация бүлегенә һалғандар. Хәлиҙәне тәржемәсе итеп саҡырҙылар. Башҡорт ҡатыны булмышы өсөн ят булған рус телен онотҡан. Ә туған теле онотолмаған. Бына бит тәбиғәт мөғжизәһе. Тимәк, туған тел үҙең менән бергә яралған ағза кеүек инде. Бына бит нисек. Аҙаҡ врачтарҙан: « Бындай хәлдәр йыш буламы?» - тип һорағайным, бер нисә йыл элек ҡырҡ йәштәрҙәге ир кеше менән ошондай уҡ хәл булғанлығын әйттеләр. Ул да алты йәшендә балалар йортона эләгеп, туған теленән яҙған. Аҙаҡ операциянан һуң рус телен онотоп, туған телендә һөйләшә башлаған, тинеләр. Мин бығаса үҙ-ара русса аралашҡандарға әллә ни иғтибар итмәй инем, киреһенсә, туған телендә аралашҡандарға сәйерһенеп ҡарай инем. Ошо ваҡиғанан һуң уйландым. Бына мин үҙем балам менән инглиз йәки немец телендә генә аралашып йәшәр инемме? Юҡ, әлбиттә. Аллам һаҡлаһын, тип уйлайым. Йәки тағы былай тип тә уйлайым. Ул ҡатындың балалары ҡайһы милләтте БЕҘ тип һөйләйҙәр икән. Уларҙың БЕҘ тигән төшөнсәһе юҡ бит. Был донъяла БЕҘ тигән төшөнсә булмаһа, йәшәүҙәре ауырҙыр ул. Туғандарҙан, дуҫтарҙан тыш һинең БЕҘ тигән ғәзиз милләтең дә булырға тейеш. Хоҙай ҡөҙрәте бит ул. Хәҙер мин туғандарҙың үҙ-ара туған телдә аралашыуҙарына шул тиклем ҡыуанам, оло бер ҡайғылары кәмегән һымаҡ тоям», тине беҙ «Утыҙ мин» тип йөрөткән Зоя исемле инженер ҡатын. - Әсәй, Хәлиҙә апайҙан уларҙың яҙмышын белешеп кил әле, - тине ҡыҙым, таныш түгел кешеләр өсөн борсолоп. Хәлиҙәнән был хаҡта һораштым. «Ире килеп алып ҡайтып китте. Һауығырға тейеш ул, - тине лә шатланып өҫтәп тә ҡуйҙы. – Ошо ваҡиғанан һуң, Екатеринбургта йәшәһәм дә, балаларым менән туған телдә аралашҡаныма сикһеҙ ҡыуанам. Кеше йән әрнеүе кисергәндә туған телендә ҡысҡыра икән. Бындай тәбиғи хәлде барыбыҙ ҙа яратып ҡараған “Семнадцать мгновений весны” фильмында күрҙек. Разведчица Катяның бала табыу йортонда һыҙланыу кисергән саҡта үҙ телендә “Мама” тип ҡысҡырып ебәреү ихтималлығы Штирлицта шөбһә тыуҙыра. Туған телгә ҡағылған ошондай ваҡиғалар һәр саҡ уйландыра һәм ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең был мәсьәләгә үтә лә еңел ҡарауҙары борсоуға һала. Тәбиғәт бар иткән бер генә нәмәгә ҡарата ла еңел-елпе мөнәсәбәт булырға тейеш түгел. Дин ашамы, фәнни мәғлүмәттәргә нигеҙләнепме – ниндәй юл менән булһа ла кеше менән тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәтте тикшергән аҡыл эйәләре кеше теләгенең тормошҡа ашыуы, тик уның ихлас булырға тейешлеге хаҡында фаразлайҙар. Тик теләргә генә кәрәк. Уйыңа килгән алдыңа килә, ти халыҡ мәҡәле. Ә теләктәр Юғары көскә ҺҮҘ аша барып етә. Тел әйткән һүҙ аша түгел, күңел һүҙе – кешенең уйындағы һүҙ аша, ТУҒАН ТЕЛ аша. Күңел-уй һүҙе менән ҡысҡырып әйтелгән тел һүҙен бутарға ярамай. Тел һөйәкһеҙ, уйламағаныңды ла әйтеүең ихтимал. Ә бына кешенең уйы-күңеле алдамай. Юғары көстөң, Юғары аңдың тәғәйен теле юҡ. Ул кешенең теләген күңеле-уйы аша аңлай. Ҡабатлап әйтергә кәрәктер. Беҙ тел тураһында һөйләгән саҡта, туған тел менән аралашыу телен, һүҙ тураһында һөйләгәндә, тел менән әйтелгән һүҙ менән күңел һүҙен айыра белергә тейешбеҙ. Туған тел менән күңел һүҙе – тәбиғәттән килә. Фәҡәт улар аша ғына беҙ Юғары көс менән бәйләнешкә инә алабыҙ. Мәрйәм БУРАҠАЕВА