Булған хәл. Оло йөрәкле әсә бәйән иткән ғибрәтле ваҡиға. ( Дауамы) 2. Ярты йылдан һуң беҙ тикшерелергә килдек. Башына ауыр операция үткәргән, һәм даими тикшерелеп торған Зоя исемле мәрйә ҡатын менән бер бүлмәгә тура килде ҡыҙым. Мәскәү өлкәһенән икән. Зояға ғаиләбеҙҙә үҙ- ара һәр ваҡыт туған телдә аралашыуыбыҙҙы әйтеп, бында ла әсәле- ҡыҙлы үҙ телебеҙҙә аралашасаҡбыҙ, әммә һеҙгә ҡағылһа, русса һөйләшәсәкбеҙ, тинек. Ул йылмайып ҡараны ла, " Әлбиттә, әлбиттә"- тип, ихлас ризалығын белдерҙе. Мин ҡыҙым янында йыш булдым, һәм күңелен күтәрерлек мәрәкәләр һөйләргә тырыштым. Зоя беҙҙең яҡҡа күҙ һирпеп ҡарап ала ла, шул тиклем йылы итеп йылмайып ҡуя. Мин ул аңламаһын өсөн уның исемен башҡортсалап 30 мингә әйләндереп: 30 мин беҙҙеңсә аңлай микән әллә, беҙҙең яҡҡа ҡарап, ҡәнәғәт йылмая, тинем ҡыҙыма. Шунан үҙенән дә һораным. «Телегеҙ бик яғымлы, исемдәрегеҙ ҙә музыкаль,шуға иғтибар иттем.»- тине был. Һәм: -Һеҙ ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?-тип һорау бирҙе . -Беҙ- башҡорт, башҡортса һөйләшәбеҙ, Башҡортостанданбыҙ.- тинем. «Шулаймы ни? Мин тәүге операцияға килгәндә Силәбе өлкәһенән бер башҡорт милләтле ҡатын менән бергә ятҡайным. Унан башҡортса бер һүҙ ҙә отоп алғайным. Исемемә оҡшаш булғанға хәтерҙә ҡалған. Зая тигән һүҙ ул. Ә, бәлки, исем менән генә бәйле түгелдер был һүҙҙең хәтерҙә ҡалыуы. Фажиғәгә бәйле ул. Ысын трагедия, тәрән трагедия»... - Бында күңелһеҙ ваҡиғалар йыш булалыр инде- тинем. «Уныһы шулай... Әммә ундай ғибрәтле лә, фәһем алырлыҡ та хәлде осратҡаным булманы. Әгәр теләһәгеҙ, һөйләйем»,- тине . Һәм беҙгә яңыраҡ ҡына онкология үҙәгендә булған шул ваҡиға хаҡында һөйләне. « Ул башҡорт ҡатыны булһа ла, исемен Мария тип таныштырҙы. Силәбеләге Маяҡ ҡасабаһында булған һәләкәт касафатынан ҡалған сир ине унда. Башындағы шешкә икенсе тапҡыр операция эшләтергә килгәйне. Өс балаһы алмаш- тилмәш килеп йөрөй. Гел генә рус телендә аралашһалар ҙа, рус түгеллектәре йөҙҙәренән күренеп тора. Ғәжәп матурҙар. Больницала милләт һорамайҙар, мин дә һораманым. Уларҙың русса һөйләшеүҙәре мине әллә ни аптыратманы, хәҙер бит күптәр үҙ- ара русса аралаша. Марияны операцияға алып киттеләр. Балалары өсөһө лә түҙемһеҙлек менән әсәләрен көтөп алды. Миңә лә шул көндө эшләнеләр операцияны. Миңә эмболизация ысулы менән яһағас, үҙемде насар тойманым. Янымда ҡыҙым булды. Операциянан һуң Мария менән тағы бер бүлмәгә тура килдек. Уның хәле ауыр ине, телдән ҡалғайны. Борсолорға ярамай, мөмкин тиклем тыныс булырға кәрәк. Марияның яңынан теле асыласағына ышандыралар врачтар. Тик был шатлыҡтың ҡасан булырын ғына улар аныҡ әйтә алмай. Бер көн, ысынлап та, Марияның теле асылды! ( Дауамы бар.) Материал интернеттан алынды. Мәрйәм Бураҡаева яҙмалары.

Теги других блогов: Зоя булған хәл әлбиттә