Үҙ- үҙемә ят кешеменме мин?
Булған хәл.
( Оло йөрәкле әсә бәйән иткән ғибрәтле ваҡиға).
1.Ҡыҙым менән ауыр операцияға килгәнбеҙ. Свердловск онкология үҙәгендә шығырым тулы ауырыуҙар. Бында ауырыуҙар яңғыҙ йөрөмәй. Мотлаҡ оҙатып килеүсеһе була. Оҙатып йөрөүселәргә шарттар ҙа булдырылған.Үҙәк янында ҡунаҡхана бар.
Ваҡ- төйәк ауырыуҙарға һис кенә бирешмәй үҫкән балаларымдың береһе, ҡыҙымдың, уйламағанда ошондай ҡурҡыныс ауырыу менән ҡайғыға һалыуы һис көтөлмәгән хәл, һәм бығаса ишетмәгән ауырыу ине . Мальформация тип атала ул, йәғни ҡан тамырҙарының
мейеләге бөтөнләй кәрәкмәгән, ят матдәне туҡландырыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән шеш кеүек нәмә.
Германияла 2 йыл буйына мальформацияға операция яһау оҫталығына өйрәнеп ҡайтҡан йәш хирург, мине саҡырып алды ла, ҡыҙыма яңы ысул менән операция яһарға кәрәклеген аңлатты. Әлбиттә, инструменттарҙы Германиянан ҡайтарырға кәрәклеге, ә уның ҡиммәтле булыуы тураһында иҫкәртте. Яңы ысул , бер яҡтан, ҡиммәтле булыуы менән аптыратһа, икенсе яҡтан, хәүефләндерҙе. Ул ысул эмболизация тип атала, һәм киҫеп түгел, ә катетерҙы ҡан тамырҙары аша мейегә үрмәләтеп, мальформацияны туҡландырып торған ҡан тамырҙарын көпләп ҡуйыуҙан ғибарәт. Бындай ысулдың өҫтөнлөгөн хирург былай тип аңлатты. Мальформация мейе ҡапҡасынан ныҡ аҫта урынлашҡан. Был осраҡта трепанация яһау хәүефле.
Сөнки мейенең ниндәй ҙә булһа күҙәнәгенә теймәйенсә операция эшләү мөмкин түгел. Был иһә ҡыҙығыҙҙың йә һул күҙе, йә һул яҡ аяҡ- ҡулы зәғифләнәсәк тигән һүҙ. Миңә ошо Үҙәктә Балаҡатай районынан оҙаҡ йылдар башҡорт врачы эшләүен, бик ярҙамсыл булыуын әйткәйнеләр. Ундай саҡта кемдән генә йыуаныс эҙләмәйһең. Унан, моғайын, белешмә, кәрәкле әҙәбиәт алырмын, үҙ тәжрибәһенән сығып кәңәш тә бирер тип өмөтләндем. Уны таптым. Хәлиҙә исемле ҡатын. Был ысул менән яһалған операцияларҙың , ысынлап та, яңы булыуын, хирургтың оҫта ҡуллы икәнлеген әйтеп тынысландырҙы. Мин унан мейе ауырыуҙары һәм мальформация тураһында әсбаптар һорап алдым. Операция үҙәгендә ысынлап та, сәстәрен ҡырҙырып операция яһатҡандан һуң яңынан йә атларға, йә һөйләшергә өйрәнеп йөрөгән кешеләрҙе күреп, балама һиҙҙермәҫкә тырышһам да, йөрәк семетеп ҡуйҙы. Эмболизация юлы менән операция эшләгәндә сәс алынмай, ауырыу тиҙ һауыға, элеккесә йәшәп ала ла китә, тинеләр. Шөкөр, шулай булды. Операция уңышлы үтте.
(Дауамы бар).
Материал интернеттан алынды.
Мәрйәм Бураҡаева яҙмалары.