Тыуған көн "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан Минең өсөн тыуған көн ғәҙәттә август аҙаҡтарында башлана торғайны. Әсәйем яңы уҡыу йылына тип кейем-һалым алып бирә лә өҫтәп әйтеп ҡуйырға ла онотмай: “Бы күлдәк тәғәйен тыуған көнөңә, ыштан иһә 23 февралгә минән бүләк булыр!” “Әсәй, февралгә саҡлы әллә күпме ваҡыт бар бит әле!” Уның яуабы һәр ваҡыттағыса кире ҡаҡҡыһыҙ ҡәтғи: “Һәр нимәне алдан хәстәрләп ҡуйыуың хәйерле!” Тыуған көнөмә ныҡлы әҙерлек 19 февраль, мәктәптән ҡайтҡас башлана. Әсәйем иң әүәл Риф ағайға сәсемде алдырырға ебәрә. Уның майлау, төҙәттеү-йүнәтеү, көйләү күрмәгән тутығып бөткән ҡул машинкаһы үтмәҫтең иң үтмәҫе, һарыҡ ҡырҡҡыһынан былайыраҡ тупаҡ. Өтөрөй сәсле башым тегеләрҙе өйөндә күренеү менән ағай тейеш кешем мине артһыҙ ултырғысҡа ултыртып ҡуя ла сүмес дәүмәле йөнлө йоҙроғон танауым аҫтына килтереп терәй: “Шыңшып ҡына ҡара, кәрәгеңә бирәм, шымып-һеңеп, ауыҙыңа йөҙөк йәшереп тик кенә утыр!” Сәсте аяуһыҙ йо-лҡҡолауға, тартҡылауға мөнтәүгә кем генә түҙһен, сыҙаһын инде?! Тауышым сыға ҡалһа иң әүәл уң яҡтан эләгә, шунан мыжып ебәрһәм һул яҡтан, илаһыраһам ҡаҡ маңлайға, сыҙамай сәбәләнә башлаһам, ҡыпһыуырҙай ҡул елкәмдән эләктереп арҡама гөпөлдәтә. Эшенең осланыуын да үҙенсәлекле итеп белдерә, елтерәтеп ебәреп арт һыныма тибә лә һуҡ бармағын ишеккә төртә: "Йонсоттоң, нәкәнис тамам, тай бынан яҡшы сағыңда!" Шулай итеп сәғәт самаһы “язаланыуҙан” әтәстең кикрегеләй буҙарып-ҡыҙарып бөткән, урыны-урыны менән сыйылған, ҡанһыраған башымды ҡәнәғәт ыуып эләгә-йығыла кейенә һалып сығыу яғына ҡарай юрғалайым. Ҡайтыуыма инде миңә тип инселәп яғылған мунса әҙер. Әүәле тотош ауылға иң күп тигәндә 7-8 мунса була торғайны. Ана шул ҡара мунсаларҙы ауыл халҡы дөйөм, уртаҡ мөлкәттәй күреп тотондо сиратлап яғып йыуынды, таҙарынды. Гигиена, санитар шарттар хаҡында исмаһам берәйһе саҡ ҡына булһа уйлап ҡара-нымы икән? Юҡтыр, сөнки кеше бер-береһенән тарһынманы, тартынманы, ерәнмәне, сирҡанманы, ә сирҡанмағанға ауырыу-зәхмәт йоға һалып бармай. Беҙ бараһы соланһыҙ, тупраҡ ҡыйыҡлы, башында ҡыуарған әрем, билсән, кесерткән һәрпенделәре һерәйгән, елберләгән мунса урта төштәге Ҡара Фатима апайҙыҡы. Ауылда ҡушаматһыҙ бер кем дә көн итмәй, шунһыҙ ярамай, шулай кәрәк, шулай тейеш. Үрге яҡта Ташбыҡ Фатима йәшәне, быныһы иһә ҡоромло сүгендән былайыраҡ, ҡараның иң ҡараһы. Тапҡыр, һылашып барған, әҙәмдең ҡылыҡ-фиғелен сағылдырған ҡушамат таҡмаһаң ошо ике ҡатынды нисек итеп айырмаҡ, танымаҡ кәрәк?! Әсәйем мине бер ҡулынан икенсеһенә күсереп, өйөрөлдөрөп етәкләп шул мунсаға алып бара ла, ҡаршылашыуыма ҡарамай ҡуша инеп, сисендереп, улаҡтай оҙон кәритәгә ултыртып ҡуйып, еҙ самауырҙы йылтыратырға теләгәндәй бик тырышып, тыш та быш килеп тәнемде йүкә йыуғыс менән ышҡырға керешә. Шу-нан эләүкәгә һуйҙайтып һалып сабындырып та ала. Сатымды ике усым менән боҫормалап-йәшереп башымды баҫып ултырам, шуны ныҡлы үҙләштергәнмен, риза булмаған, мөрхәтһенмәгән осраҡта Риф ағайымдың күстәнәстәренә яңыларының өҫтәлерен көт тә тор. Ҡайһы саҡ танау аҫтынан мөжөлдәп тә алғылайым: "Ир-ат яңғыҙ йыуына ла инде..." Быныһына ла яуап әҙер: "Әлегә ир-ат ҡорона үт-мәгәнһең, нимә, һине яҡты донъяға тыуҙырған әсәйеңдән оялаһыңмы әллә?!" Шулай итеп йыл буйына көтөп алған ҡәҙерле таңым ата. Өҫтөмә ҡайтарма яғалы аҡ күлдәк, ҡара сатин, балаҡ остары резина менән бөрөлгән ыштан, аятарыма Мырҙағәле олатай төпләгән табанлы быймалар бер яҡ ситкә ҡуйылып калушлы сүсинкәләр кейелә, мамығы һырып тегелгән оҙон фуфайкаға тартым көпөм, ҡыҙыл буҫтауҙан тегелгән ҡанатлы бишмәткә алмаштырыла, михнәттән арынмаған ғәзиз башыма маңлай өлөшө яһалма сүстән әүәләнгән, ҡалған өлөшө эре биҙәкле вильветтан хасил ҡолаҡсынлы кәпәс ята. Ошолайтып тәсәйҙәй ҡуҫтарланып ебәрһәм биш тинлек баҡыр аҡсалай балҡып уҡ китәм. Билдәле, иң беренсе ҡотлау яҡын кешеңдән. Әсәйем кейендереп ишек төбөнә саҡлы оҙатып ҡуя ла былай ти: "Тыуған көнөң менән ҡотлайым, балам, бәхетле, сәләмәт бул, матур, тырышып уҡы штубы, тәртип боҙа ҡалһаң, мөғәллимә апайыңа тыңламаһаң, сматри малай, - ишек башына эленгән селеккә уҫал күҙ атып ала, - сыбыҡ тотоп мәктәбеңә барам, һыҙырам! Тағы ошо ерҙә шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк, беҙ бәлиғ булғансы ишек башына ҡыҫтырылған тәрбиәләү, ҡалып сиктәрендә тотоу билдәһе итеп иҫәпләнгән шыйтыҡ селек һис ҡасан иңемде лә, осамды ла "наҙламаны". Класҡа барып инеүем була һабаҡташтарым: “Лысая башка, дай пиражка!” тип сиратлап былай ҙа кисәнән бирле дыулап ауыртҡан башымды сәпелдәтергә тотоналар, үҙҙәренсә шулайтып тыуған көнөм менән ҡотлайҙар. Уҡытыусыбыҙ Хәнифә апайҙың бүләге – ул көн минән һис бер нимә һорап бәйләнмәй, таҡта янына саҡырып йөҙәтмәй. Шул рәхәтлеккә кинәнеп дәрестәр бөткәнсе маҙырап, йоҡомһорап ултырам. Башымда бер генә уй сыуала: “Их, көн һайын ҡабат-ҡабат, өҫтө-өҫтөнә тыуырға булған, ул саҡта уҡып та йонсолмаҫ ине!” Уҡытыусыбыҙ беҙгә көн һайын түңәрәкләп ҡырҡылған альбом битенә көндәлек тәртип билдәһен ҡуйып ҡайтара торғайны. Яндырай холҡом, һыйышһыҙ торош-фиғелем ике-өстән, һирәкләп дүрт тирәһенән ары китмәһә лә был юлы “Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ!" тип яҙылған ҡыҙыл бишле эләгә. Хәлбүки был ҡотлау аванс менән тапшырылған тотош класс исеменән. Шул түңәрәк киҫәген ҡәҙерле нимәләй ямаулы бейәләй тышынан тотоп алып ҡайтырға ғына сыҡҡайным, хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, февралдең һепертмә, йәйәүле буранында ҡулдан ысҡынып осто ла китте бит, хәйерһеҙ! Һауала, бик бейектә биниһая ваҡыт өйрөлгәндән һуң кире ергә һылашып Мәүлитдин ағайҙарҙың ишек алдына инеп юғалды, һәм уҫал эттәре Аҡтырнаҡтың өңөнөң ауыҙына барып уҡ ятты. Яҡынларға итһәм һөймәлекһеҙ эт тештәрен ыржайтып өрөп ҡуя, яҡын юлама, йәнәһе. Эңер яҡынлашҡансы өңөлөп көтөргә тура килде. Мине йәлләгәндер аҡман-тоҡман, шөһрәтле танытмамды ҡабаттан эләктереп алып артынан эйәртеп эргәләге урманға ҡарай ҡыуаланы, ары Аҡташ яланына алып сыҡты, сурайған бейек таштың ҡаҡ маңлайына алып барып һыланы. Саҡ, көскә үрелеп алдым, бына ҡайһылай ауыр икән ул тәртипле, әҙәпле булыуы, яҡшы уҡыуы! Арып-талып, арманһыҙға ҡалып ҡайтып инеүемә әсәйем өҫтәл хәстәрләп ҡуйған, кибеттән алынған, ундағы булған наҡыҫ һый; билле перәник, хәлеүә, кәнсир повидлоһы, ойошҡаныраҡ булһа ла манпасый, үҙебеҙҙекенән ҡыҙыл эремсекле май, еләк, бөрлөгән ҡайнатмалары, бетәү бешерелгән тауыҡ йомортҡалары ҡуйылған. Ауыҙымдың һыуы ҡойолоуын көскә тыйып урындыҡ ситенә һағам. Хәҙер оҙаҡламай көткән ҡунаҡтарым килә башлаясаҡ. Бына ағалы-ҡустылы Динислам менән Юнир күренделәр. Сисенделәр, кейемдәрен быймаларына йәнәш иҙәнгә һалдылар, әммә үҙләштереп бөткәндәр, сараһыҙҙан туҡталып ҡалдылар, сөнки төпкә яҡҡа, түргә үтеү әлегә ҡәтғи тыйылғанлығын яҡшы беләләр. Бер аҙҙан ҡыҙ кеше булараҡ көттөрә биреп ҡаршыла йәшәгән Нәсимә килеп инде. Өҫтөндә итәге иҙәнгә һөйрәлгән, шалбайып төшкән, аҡҡа сатраш төшкән ҙур күлдәк, тимәк был өҫ кейеме юҡ тигәндә дүрт-биш йыл кейерлек итеп иҫәпләп алынған. Һыйыр елененә тигән майҙы һөрткәнгәлер биттәре ялтырап күренә, атаһының "Тройной" одеколонын ҡулланғанғалыр унан ҡырҡыуыраҡ хуш еҫ бөркөлә. Бына ҡунаҡтар-ым ишек төбөнә теҙелә, мин ҡаршыларына баҫам. Тантаналы өлөштө әсәйем башлап ебәрә лә былай тип һорай: "Йә, баллар, ништәп тиктомалға килдегеҙ әле беҙгә, нилектән улайтып йөрөп ятаһығыҙ?" Малайҙар төрткөләшергә керешеп ки-тәләр ҙә оло булараҡ Динислам һүҙ алып ҡулындағы дәфтәрен, ҡәләмен миңә һо-на: "Ней, ошоно әсәйем һиңә бир, тоттор тине..." Икенсе булып Юнир ҡуҙғала, уның да ҡулында шул уҡ дәфтәр һәм ҡәләм, аҙ һүҙле кеше булараҡ уның әйтере үтә лә ҡыҫҡа, сонтор: "Мә, һиңә минән паҙарык!" Нәсимә инде йылдағыса ҡоро ҡул килгән, бүләк-йыры гел бер төрлө. Ул үҙенә сират еткәс сәрелдәп йырлап та ебәрә: Ҡотлап һинең тыуған көнөңдө, Алтын ҡояш һибә нурҙарын, Ҡояш балҡыған яҙғы иртәләй, Ҡотло булһын, ҡотло булһын, Килер көндәрең! Ниһайәт, өҫтәл артына ултырып һыйға йомолабыҙ. Бер аҙҙан, ҡуйы грузин сәйенән һуң теремекләнеп китһәк әсәйем таҡмаҡлап ебәрә: Бейе әйҙә, бейе әйҙә, Аяҡтарың талмаһын... Аша-төшә баҫып Юнир бейергә төшә лә байрамдың сәбәпсеһе миңә килтер-еп баҫҡан була, мин инде хуш еҫ бөрккән Нәсимәне етәкләйем, Нәсимә – Динисламды. Шулай итеп түңәрәккә төшәбеҙ. Табын өҫтәлдәге ризыҡ тамсыһы ла ҡалмай йыпырылып бөтөү менән тамамлана... Йыл һайын бер үк күренеш, йыл һайын бер үк ҡунаҡтар, йыл һайын бер үк ҡотлау һүҙҙәре һәм бүләктәр... Көн һайын атҡан таң, үҙгәрешһеҙ көнсығыштан көнбайышҡа йүнәлгән ҡояш ише. Үткән быуат урталарында матди йәһәттән ҡайһылыр кимәлдә юҡлыҡ, ҡытлыҡ кисереп йәшәнек, тәғәмләнеүебеҙ ҙә бер төрлөрәк, өҫтөбөҙгә кейгән кейемебеҙ ҙә бер иштән ине. Бәлки, ана шул бер төрлөлөлөк, бер ишлек беҙҙе оҡшаш иткәндер, берләштергәндер, ойошторғандыр. Көр күңелдәр ҙә, йоҙаҡтың ни икәнлеген белмәгән ишектәр ҙә шар асыҡ ине. Беҙ үтә лә бәхетле инек, сөнки иртәгә тыныс көн башланырын, хәүефһеҙ таң атырын белеп, уның шулай булырына ышанып һәм инанып йәшәнек. Бына тағы ҡояш сыҡты. Уның табаҡтай нурлы битендә Динисламдың, Юнирҙең, Нәсимәнең танһыҡ йөҙҙәрен, ҡәләм менән дәфтәрҙәрҙе күрәм, бер үк йырҙы ишетәм. Көндәр теҙмәһе, йылдар теҙмәһе, зәңгәр күктә балҡыған ҡояш... Нисек кенә булһа ла йәшәү дауам итә. Ә йәшәү бар тереклек өсөн мәңгелек!

Теги других блогов: август әҙерлек ҡул машинкаһы