Һыу – тормош сығанағы.(Дауамы.) Беҙ һыуҙың ҡәҙерен ҡоҙоҡ ҡороғансы баһаламайбыҙ. Был инглиз теленән ингән мәҡәлдең мәғәнәһен мин үҙебеҙҙең тәнгә ҡарата ла ҡулланып аңларға тырыштым. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең тәнебеҙҙә лә һыу ағыусан һәм кипмәҫкә тейеш. Кипһә бит шишмә лә юҡҡа сыға. Йәки был шишмәнең ғүмере бөтә тигән һүҙ. Ә кеше ғүмере? Яҙманың беренсе өлөшөндә 70 йәштәр тирәһендәге апайҙың да ғүмер ағасы ҡорой башлағанын, әкрен генә йәшәү бирә торған функцияларҙың кибә, әкренәйә башлауы тураһында яҙған инем. Дауам итеп, апай менән һөйләшкән ваҡытта уның тураһында ҡыҙы, үҙе әйткән репликаларҙы яҙып, уларға аңлатма биреп барҙым һәм уларҙы һеҙгә лә тәҡтим иткем килә. Был яҙмам кемгәлер яҡты ер йөҙөндә сәләмәт тәндә йәшәргә ярҙам итһә, мин юҡҡа яҙманым тейермен. Сөнки “Сәләмәтлек – иң ҙур байлыҡ” Уны бер ниндәй хаҡтар менән дә баһалап, һатып алып булмай.Бары тик үҙебеҙҙең сәләмәтлекте ябай ғына мөғжизәле алымдар аша нығытып, сырхау хәленә генә түгел, ғүмергә ҡурҡыныс яһау хәленә еткермәү өсөн тырышыу зарур булыр. 1. “Иии, ҡыҙым, күҙҙән йәштәр ҙә сыҡмай башлай икән, ҡартая килә. Элек әҙ генә күңелем тулып китһә лә күҙҙәремдән тупырҙап йәштәр тама ине, хәҙер илайым тиһәм, эстән генә һыҙылып китәм дә, йәш тә таммай. Ҡайҙа китте ул йәштәрем?” Күҙ йәше нимәнән тора? Әскелт һыуҙан. Һыуҙы бары тик һыуҙан алып була, бүтән бер ниндәй ҙә әйберҙән түгел.Тимәк күҙ йәштәре булһын өсөн, күҙҙәргә һыу барырға тейеш. Ә һыуҙы етешле эсмәгәс, ул унда нисек барһын, нисек барлыҡҡа килһен? Илайым тиһәң дә, бары тик эстән яныу, һыҡраныу ғына барлыҡҡа килә. Йүнләп күҙ йәше лә сыҡмай.Улай ғына ла түгел, капиллярҙар, лимфалар, ҡан юлдары аша күҙгә ҡан, һыу менән бергә туҡланыу килә, улар күреү һәләтен тәэмин итә, күҙгә ҡорорға, кибергә бирмәй, уны йыуып, эстән дым, сафлыҡ биреп, күҙ сирҙәренән һаҡлап тора икән, ул процесс та туҡтай башлай. Тимәк, ҡартая килә күҙҙән йәштәр сыҡмауҙың сәбәбе йәш иҫәбенә бәйле түгел, ә етешле һыу эсеүҙе ҡартая килә битараф дәрәжәлә үтәмәүгә бәйле икән. 2.” Ятһам, ултырһам тороп китеүе ныҡ ауырлашты, шулай уҡ йөрөгәндән һуң ятыуы, ултырыуы ныҡ ҡыйынлыҡ менән.Умыртҡалыҡ һөйәге ятҡас, бер аҙға хәтле һыу ташый торған көйәнтә кеүек кәкерәйеп тора кеүек. Бер аҙ әйләнеп – тулғанғас ҡына тура ята алам. Ҡайҙа китте йәш саҡтар, ятыу менән йоҡлап киткән сағым.” Һыуҙы әҙ эсеү, бөтөнләй эсмәү арҡаһында 70те уҙып барған апайҙа ғына түгел, йәштәрҙә лә ундай күренештәр хәҙер бар.Ул хәтлем дәрәжәлә булмаһа ла. Ни өсөн хәрәкәтләнеү ауырлаша, тән бөгөлеү – һығылыу хәләтен юғалта бара? Әгәр ҙә тәнебеҙҙә һыуһыҙ эшләй, функциялана торған бер мм өлөш, бер клетка, клетка яны эҙләһәк, таба алмаҫбыҙ. Бөтөн ер йөҙө һыуһыҙ йәшәй алмаған кеүек, беҙҙең тән дә Ер йөҙө кеүек һыуһыҙ йәшәй алмай. Ҡартая барған һайын тән йоҡара, тире шәлперәйә, ағзалар функцияһы әкренәйә, һүнә бара. Ә һыуҙың тәнебеҙҙә бөтөн йәшәү процесстарында ҡатнашҡанын күҙ уңында тотһаҡ, беҙ “процесс угасания организма” тигән хәләтте тиҙләтәбеҙ. Кемдер һөйәктәрҙе һыуһыҙ, ҡаты тәндең өлөшө тип уйлай, һөйәктә һыу юҡ тип хаталаналар. Алайыҡ иң төп бағананы – умыртҡалыҡ һөйәген. Ул турая ла, ауыша ла, бөгөлә лә, ян –яҡҡа эйелә алырға тейеш.Ул процессты туҡтатыуы бик тиҙ, һыу һәм кәрәкле туҡланыу килмәһә.Ике позвонок араһында диск бар. Ул умыртҡалыҡҡа бер – береһенә ҡырылырға бирмәй генә түгел, ә һөйәктән торған умыртҡалыҡтарға төрлө яҡҡа эйелергә ярҙам итәләр. Көнө буйы дисктар умыртҡалыҡтарҙан һыу, май, минералдар, аҡһым, һ.б.кәрәк туҡланыу алалар. Һыу етешле эселмәһә, туҡланыу әҙ, етешһеҙ килә. Шунан инде умыртҡалыҡ һөйәге шарт – шорт килә, кәрәкле хәрәкәттәр яһай алмай башлай.Кәкерәйеү – сколиоз, грыжа,ҡыҫылыу – смещение, иң ҡурҡынысы – необратимый процесс – онталыу, һыныу ҙа башлана. Йәки бөтөнләй ҡатып ҡала. Кешенең арҡаһында бамбук таяғы барлыҡҡа килә.Ә умыртҡалыҡ һөйәге йәки позвоночник недействующий.Бына шулай көнгә бер – нисә стакан һыу эсергә теләмәү, йыбаныу, бүтән мөһим эштәрҙе үҙеңдең һаулығыңдан өҫтөн ҡуйыу күңелһеҙ күренештәргә еткерә.Ҡартаям инде, һыу эсәмәһәм дә була тип уйлаусылар ҙа бар. Һыу эсеүҙән туҡталыу – ғүмер шәменең һүнә башлауының башы. 3. “ Ауыҙҙан тәмһеҙ еҫ килеп аптырата.Күрше – тирә, туғандар килһә, йыраҡҡараҡ ултырам, ҡыйынһынам. Әле бына, һеңлем, һинән дә йыраҡҡа ултырҙым. Ҡыҙыма алдан уҡ әйтеп ҡуйҙым, урындыҡты һиңә шифонер янына ҡуй тип. “ Әлбиттә, ауыҙҙан еҫ килеүҙең сәбәбе ике генә - ашҡаҙанда сереп ятҡан ризыҡ йәки боҙоҡ теш. Ә беҙ стоматология сәбәбен түгел, ә ашҡаҙан сәбәбен һәм уның һыуға нисек бәйле икәнен ҡарайыҡ. Беҙҙең бөгөн ашаған ризыҡ бәҙрәфкә эшкәртелеп сығып барырға, ашҡаҙанда төнгә ҡалып серемәҫкә, әсеп ятҡан ризыҡ ашҡаҙандан көндә иртәнсәк йыуылып сығырға, эсәктәрҙә ашаған ризыҡ миссияһын үтәгәс, йәки беҙгә кәрәкле микро – макро элементтар биргәс, тәнде туҡландырғас”восвояси” сығып китергә, ә сереп, ҡатып, эсәктәргә йәбешеп, беҙҙе ағыулап, ҡан аша шлак булып һурылып ятырға ятырға тейеш түгел. Шулай булмаһын өсөн нимә кәрәк? Һыу, һыу,һыу... Бер генә ғәлим дә самаһыҙ, теләһә ҡайһы ваҡытта һыу эсергә өндәмәй. Ишеттем дә ваҡытлы – ваҡытһыҙ һыу эсә башланым түгел. Етешле, ваҡытында. Ашҡаҙанда сереп ятыу зыянлы бактериялар, паразиттар, грибоктар үрсеүенә еткерһә, улар үҙҙәре шешкә, рак сиренә, язва,гастрит, полип, һәм башҡа сирҙәргә юл аса. Аллаһы Тәғәлә һыуҙы эсергә лә, бүтән хәжәттәребеҙгә лә етерлек итеп юҡҡа ғына бирмәгән. Ашаған һайын һауыт – һабаны йыуған кеүек, ашҡаҙанды ла иртәнсәктән йылы һыу менән йыуып ебәреү мөһим булһа, көндөҙ ҙә ашар алдынан йыуыу һәйбәт. Әсеп, зыян һалып ятҡан ҡалдыҡ ризыҡ сығып китеп тора, ашҡаҙандың, эсәктәрҙең стенкалары йәки диуарҙары йәбешеп, һылашып, ҡанға һурылып торған шлактан азат. Ашаған ризыҡ сереп, әсеп ятҡан менән буталмай. Еңел эшкәртелә, ағзалар ауырлыҡ, торғонлоҡ кисермәй. Диабет, панкреатит,рак, давление, һәм башҡа ауырыуҙарға сәбәп бөтә. Иң мөһиме ауыҙҙан да еҫ килмәй.Сәбәбе юҡ. 4.” Аяҡ быуындары ауыртып, насар бөгөлә башлағас, һыҙлана башланы. Поликлиникаға барып тикшеренгәс, артрит дефомирующий тинеләр. Төрлө дарыуҙар эсте,уколдар яһатты. Тик алға китеш булманы. Эшләгән ойошмаһы әйбәт, пенсионерҙарға путевка бирәләр. Күрше ҡалала нәҡ уның сирен дауалай торған санаторий бар. Барырға тип анализ биргән инек, гемоглобин түбән булды. Башым әйләнә тип йөрөй ине ул. Бер йыл күтәрә алмайбыҙ. Эсертәм инде тимер күтәрә торған препараттар, хәҙер БАД тар. Аяҡ дауаларға барып булманы, тик гемоглобин да әллә ней күтәрелмәй. Аптыраған,”- тип һөйләне ҡыҙы. Аяҡ... Беҙҙе йөрөтеүсе, хәрәкәтләндереүсе өлөшө тәндең. Аяҡ булмаһа килеп етер таяҡ!!!!! Ә һыу ниндәй роль уйнай аяҡтарҙың сәләмәт булыуында? Иң мөһим рольде тейергә була. Быуындар. Уны тәгәрмәстең күсәре тейергә була. Әгәр ҙә күсәр тейешле майланмаһа, төҙөк булмаһа, яҡшы материалдан яһалмаһа, тәгәрмәс( аяҡтар) әйбәт әйләнмәй, йөрөмәй, арба( гәүҙә) алға бара алмай, ауырға, туҡтап ҡалырға, һынырға мөмкин.Разные поломки могут быть тейергә була. Быуындарҙа тәүлек әйләнәһенә туҡланыу килеү, эшкәртелеү( йәки беҙ йөрөгәндә, хәрәкәтләнгәндә ҡулланылыу) һәм “ отработанный материал” сығыу бара. Был процесстарҙың береһе лә һыуһыҙ эшләмәй, береһе генә үтәлмәһә, сир һә тигәнсе килеп етә. Мәҫәлән, эшкәртелгән туҡланыу сыҡмай тей. Йәки өйҙән сүп – сар сыҡмай, йыйыла. Нимә була? Быуындарҙа шешеү, зыянлы бактериялар үрсеү, ҡабарыу, йөрөргә ҡамасаулай торған ҡаты төйөрҙәр ҙә барлыҡҡа килә.Мәҫәлән, быуындарға кәрәкле БАДтар эсәбеҙ тей. Тик һыу әҙ йәки етешһеҙ эселгәс, ул быуындарға барып етеү түгел, эсәктәрҙә лә йүнләп тарҡалмай. Әле етмәһә һыу етешле булмағас, үт сыҡмай етешле. Үт эсәктәргә сыҡмағас, БАД та, башҡа ризыҡтар ҙа етешле конденцияһына барып етә алмай, тарҡалмай. Ә бит нескә генә капиллярҙар, ҡан юлдары аша үтеү өсөн улар нано частицаларға(йәки бик ваҡ өлөштәргә тарҡалырға тейеш). Беҙҙең аҡса түгеп һатып алған БАДтарҙың ҡайҙа киткәнен аңлатып тораһы юҡ. Тик быуындарға ғына барып етмәйҙәр.Һыу менән барып етеп, файҙа биреп, ҡалдығы һыу менән сығырға ла тейеш. (Бер ҡатын – ҡыҙ “ Бер тазик БАД эскәнмендер, кеше генә алдап һаталар, бер файҙаһын күрмәнем. Тағын аламмы һуң,”-тине. “Ә көндәлек һыу эсәһеңме?”- тип һорағас,”Причем бында һыу, вообще һыу эсергә яратмайым. Сәй, кофе эсәм,”- тине. БАДтар ҙа һыуһыҙ файҙа бирмәгәнен схемалар һыҙып аңлатып, көскә төшөндерҙем. )Шулай итеп, төрлө витаминдар, минералдар һатып алып, үҙебеҙ, яҡындарыбыҙға эсертәбеҙ икән, мөғжизә булмаҫҡа мөмкин әгәр ҙә етешле һыу эселмәһә. Һөйәктәр, быуындар ҡата, тире аҫты системаһы ҡыҫыла, кибә. Кипкән шланг аша һыу үтәме? Аяҡтар шарт – шорт килә, һөйәктәр йоҡларға бирмәй һыҙлай. Тәмләп, иҙелеп йоҡлау урынына интегеп, төн ҡасан үтә тип ятыуға ла ҡалына. Хатта ултырып йоҡлаусылар ҙа осрайҙар, уларҙың бөтөн тәндәре лә ҡатып барыу осраҡтары бар. Һәр нимәнең үҙенең тәртибе бар, тәртип боҙолһа нәтижә булмай. Бер дәфтәр бите тултырып сиселә торған мәсьәләнең беренсе миҫалында 1плюс бер тигеҙ өс тип яҙһаң ялғышып, бөтөн артабан сисеү ялғыш була. 5.” Ҡыҙым клизма яһап ҡына ҡотҡарып тора. Атнаға бер сыға башланым оло ярауымды. Оят булһа ла һөйләйем инде. Интегеүҙәремде үҙем генә беләм.Ҡайһы берҙә үлемем тиҙерәк килеп етһен дә ине тип тә уйлап ҡуям. Аллаһы Тәғәлә асыуланалыр тип тиҙ генә “Тәүбә, тәүбә, әстәғәфирулла” тип ҡабат – ҡабат әйтәм.” Эс ҡатыу! Бөгөнгө көндә был күренеш бер был апайҙа ғына түгел.Төрлө иң көслө ауырыуҙарҙың сәбәбе – эс ҡатыу!Ундай күренеш булғанда иң беренсе етешле һыу эсәмме, күпме, ниндәй, ҡасан тип уйланып, тиҙ арала яуап табырға кәрәк. Интернетта яуап күп, уҡып, үҙеңә тейешлеһен ҡулланырға ғына кәрәк. Иван Неумывакин, Виталий Островский, Борис Увайдов, һ.б.Ваҡыты йәки теләге булмағандарға классик тәртип. Иртәнсәк йоҡонан уянғас, бер – ике, хатта өс стаканға хәтле таҙа һыу эсеү. Интервал менән, һеңеп бара, бөтөн ағзалар уяна, үҙенә тарта, һеңдерә, проткалары торғонлоҡтан арына,уларҙа тыштан битте йыуған һымаҡ йыуына, дымлана, үҙәренә тейешле вазифаны үтәргә әҙерләнә. Барыһы ла ябай ғына!!!!! Ьер ризыҡ ҡабул итеү менән икенсеһе араһында кәмендә өс сәғәт ваҡыт була. Кап уртаһында бер ашау менән икенсе ашау араһында, өлгөрмәһәң ашарға берәр сәғәт ҡала, ашағас сәғәт ярым йәки ике сәғәттән йылы, йәки йылынан эҫерәк һыу эсеү файҙалы тейҙәр бөйөк ғалимдар. Мәҫәлән, иртәнсәкке ризыҡ эшкәртелеп, файҙа биреп бөттө тей. Уның ашҡаҙанда, эсәктәрҙә сереп, әсеп ятҡанынан файҙа юҡ, зыяны күп. Ул ҡалдыҡты йыуып төшөрөргә, ашҡаҙанды, эсәкте йыуып, яңы ризыҡ ҡабул итергә әҙерләйбеҙ, шулай уҡ ағзаларға һыу бирергә кәрәк. Һыу эсмәү һәм эс ҡатыу араһында ниндәй бәйләнеш бар?Туп – тура. Эсәктәрҙә всасываемость тигән процесс бертуҡтауһыҙ бара. Йәки беҙҙең организм бертуҡтауһыҙ эсәктән капиллярҙар, ҡан юлдары аша үҙенә тейешле компоненттарҙы һура, кәрәкле туҡланыу ала, тик ул ризыҡ тейещле дәрәжәлә дымлы булырға тейеш. Ризыҡ ашаныҡ тей, эсәктәр ҡоро,дымһыҙ. Ул ризыҡтың һыуын тәнебеҙ эсәктәр аша һура, ул ризыҡ массаһы кибә, ҡатылана. Ошо һуңғы һүҙ нәҡ беҙҙең хәлде аңлата. Ҡатылана. Эсәктәрҙә ҡаты калл барлыҡҡа килә. Эсәктең ворсинкалары ла еүеш ризыҡты ғына этәрә ала, ҡаты ризыҡты юҡ. Беренсенән форсинкалар эштән сыға, баҫыла, ә икенсенән ҡалдыҡ ризыҡ ҡатып, беҙҙе ағыулап ята, сөнки тәндең хужаһы уға һыуҙы етешле бирмәне. Һыу әҙ эсеү эс ҡатыуға ғына түгел, ҡалған ағзаларҙың кибеүенә, эштән сығыуына еткереүен күҙаллаһаҡ, SOS сигналы ебәрергә ҡала. Мәҫәлән башҡа етмәй тей һыу. Деменция, мигрень, хәтер насарайыу, йоҡлай алмау, инсульт... Аҡ яулығын башына бәйләп ултырған был апай әле әнейемде, әле тыуған ауылым инәйҙәрен хәтерләтте. Эштән ҡурыҡмаған, саф күңел менән йәшәгән, ихлас күңел менән тормош һөйгән, бер туғандай дуҫ, берҙәм йәшәгән быуын сылбырының бер вәкиле ул. Ниндәй генә замана килһә лә сабыр, тыйнаҡ, түҙемле булғандар. Аҡ яулыҡлы апайым асылғандан – асыла барҙы. Йәш сағы тураһында ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөйләгәндә йөҙө яҡтырып, һырҙары яҙылып китте. Һыу тураһында һөйләгәндә самауыр ҙа килеп ҡушылды. Был яҡта ла уның эсенә марляға төрөп ҡуйып, күкәй бешерә торған булғандар. Барыһын да ентекләп, ябай телмәр менән аңлатыу, ҡыҙыҡлы, йылы әңгәмә ҡороу апайҙы дәртләндереп ебәрҙе. “Ҡыҙым, бер сынаяҡ йылы һыу алып килә әле, эсеп булырмы икән?- “ тине ул. Мин апайға һыуҙы яңынан ашыҡмайынса ғына тәнде күнектерә барып эсергә өйрәнергә кәрәклеген аңлаттым. Туалетҡа барыу ҙа проблема булмаясаҡ, баштараҡ йышыраҡ йөрергә тура килер. Тик һыу бөтөн тәндә үҙенең юлын тапҡас, асҡас, эскән һыу тәнгә лә, ағзаларға ла тейешле һеңә башлағас, йыш йөрөү кәмей. Хатта төндә лә тормай башлайһың, торһаң инде, һыу етешле эскән тән кире ятҡас тағын иҙелеп йоҡлап китә. Апай бер стакан һыуын йотомлап эсә - эсә тыңланы. Бер стакан һыу әллә тәэҫир итте, күҙҙәре нурланып, йөҙө алһыуланып китте.”Ҡара, эҫеләнеп киттем. Арҡама тир бәреп сыҡты. Күптән булғаны юҡ ине, -“ тине

Теги других блогов: продвижение SEO Google