ИСЕМЕҢ КЕМ? – Исемең кем, егет? – Меня зовут Альберт. Папаныҡы – Альфред, Братишка – Роберт. А дедушка – Рональд, Дядю зовут – Маркс. А племянник – Макс, Вот такие имена, Современная семья. – Исемең кем, һылыу? – Меня зовут Марина. Маманыҡы – Карина, Сестренка – Русалина. Бабушка – Розалина, Сестра – Аделина. Тетяныҡы – Эвелина, Подружка – Серена – Вот такая семейка. – Исемең кем, һылыу? – Минең исем Айһылыу. Әсәйҙеке – Таңһылыу. Өләсәйем – Көнһылыу. Апайҙыҡы – Сәлимә, Һеңлемдеке – Йәмилә. Әхирәтем – Зәлифә. Бына шундай ғаилә. – Исемең кем, егет? – Минең исем Азамат. Атайҙыҡы – Салауат. Олатайым – Шайморат. Дуҫымдыҡы – Ильяс, Ҡустымдыҡы – Байрас. Туғанымдың – Ғәлимйән. Бына шундай ғаиләм. Исемеңдә – есемең, Милләтеңдә – һиммәтең. Башҡортмо һин, урыҫмы – Һин – халҡыңдың ырыҫы. Каринамы – Кәримәме, Маринамы – Мәҙинәме, Аделина – Ғәҙиләме, Розалина – Рәзиләме. Романмы – Рамазанмы, Асҡармы – Арыҫланмы, Максиммы – Мәрәһимме, Альбертмы – Айбулатмы – Исемең булһын матур, Бүтән халыҡ шаҡ ҡатыр. Борондан килгән исем Шулай тарихта ҡалыр. Ата-бабанан күсеп, Балаларыңда йәшәр, Башҡортлоғоң иң башта Милли исемең йәмләр. Ирханчик та Рамазанчик Булмағыҙ һеҙ, егеттәр. Айбулатик йә Нурик тип Әйтмәһен һеҙҙе ситтәр. Һылыуҡайҙар, исемегеҙ Бер кемдән боҙҙормағыҙ. Алтынайка, Зухрушка, тип Рухығыҙ туҙҙырмағыҙ. Йырлап торһон исемебеҙ, Көлөп торһон йөҙөбөҙ. Әйҙә, беҙгә һоҡланһындар, Беҙ бит башҡорт үҙебеҙ. Зөһрә Ҡотлогилдина.

Теги других блогов: семья поэзия имена