Әҙәм балаһы был донъяға фәҡәт һынау өсөн, билдәле бер ваҡытҡа ғына килгән. Мәңгелек бәхеткә (Йәннәткә) өлгәшеү өсөн Аллаһ Тәғәләнең һинән риза булыуы кәрәк.
Ә был тик шәһәҙәт әйтеп,
Ислам ҡабул итеп, Ҡөрьән-Сөннәткә ярашлы тормош алып барғанда ғына мөмкин.
Аллаһ рәсүле ﷺ Ислам нигеҙҙәре тураһында шулай ти: «Ислам –ул биш бағанаға нигеҙләнгән:
🕌 Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт – Аллаһтың рәсүле, тип шәһәдәт биреү,
🕌 намаҙ уҡыу,
🕌 зәкәт түләү,
🕌 хаж ҡылыу һәм
🕌 Рамаҙан айында ураҙа тотоу».
📚Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан.
Дингә килеү - ул уның нигеҙҙәренә ярашлы йәшәү тип әйткәнебеҙ бар. Дин - ул намаҙ уҡыу ғына түгел, ә
- иман ныҡлығы,
- кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өндәү, яманлыҡтан киҫәтеү,
- Алаһ Тәғәләгә тиңдәш тотоуҙан ҡурҡыу,
- Уның ризалығы өсөн яҡшы эштәр эшләргә ашығыу,
- гонаһ-хаталар өсөн тәүбә итеү һәм хаҡ тормош алып барыу һ.б.
🕌«Ә иман килтергән ир-егеттәр менән иман килтергән ҡатын-ҡыҙҙар – береһе икенсеһенә яҡындар. Улар хупланған эшкә саҡыралар һәм тыйылғандан тотҡарлайҙар, намаҙ торалар һәм зәкәт бирәләр, Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә буйһоналар. Уларға Аллаһ рәхмәтен ҡылыр. Аллаһ – Бөйөк, Рәхмәтле!»🕌
Ҡөрьән, «Тәүбә» сүрәһе, 9:71.