Кисәге көн- тарих. 1.Ҡыҙҙар, иҫләйһегеҙме көйәнтәләп һыу ташығанды? Тыуған ауылым Һабырҙа беҙгә ҡоҙоҡ алыҫ була торғайны. Әсәй ҙә, атай ҙа эштә, бәләкәй булһаҡ та көйәнтәләп һыу ташыныҡ инде. Ҡайтҡанда тау менергә кәрәк. Арыйбыҙ. Һыуҙы ултырта- ултырта менәһең. Атайым мәрхүм беҙ көйәнтәләп алыҫтан һыу ташымаһын өсөн, ишек алдына ҡоҙоҡ ҡаҙырға булды. Ҡайһы ерҙән сығыр икән, тип, халыҡ һынамыштарын һорашып, дуҫ- туғандарҙы йыйып, 2 йыл тирәһе йәй көнө ҡул менән, ябай көрәк, лом менән ҡаҙҙылар. 20 метрға тиклем төштөләр. Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Минең тәнем зымбырлап китә. Беҙҙең ишек алдында һыу сыҡманы. Атайым иптәштәре емерелеү ҡурҡынысы бар, тип ҡоҙоҡ ҡаҙыуҙы туҡтатырға кәңәш биргәс, бик кәйефһеҙ йөрөнө, шуға бала булһам да 20 метр тигәне ныҡ иҫтә ҡалған. Ул алдына алғанды ҡуймай торған кеше ине. Беҙҙән аҫтараҡ урман эсендә шишмә булды, ана шундағы Ҡоҙоҡ бите ҡоҙоғон таҙартып,һыу торбанан ағып сығырлыҡ итеп яһап ҡуйҙы, беҙ һыуҙы шунан ташый башланыҡ. Бик яҡын түгел, уның ҡарауы урман эсе, һыуға бараһың, еләк ашап, ҡоштар моңон тыңлап һыу алып ҡайтаһың. Әсәйем һөйләнә , китте инде былар донъяларын онотоп, тип. Ҡайҙа икән шул саҡтар! Нисәмә йылдар үткәндән һуң, беҙ ауылдан күсеп киткәс, ҡоҙоҡ ҡаҙыу ҡоролмалары барлыҡҡа килгәс, беҙҙең ишек алдында ла ҡоҙоҡ ҡаҙғандар. Ул урында түгел, ҡапҡа төбөндә генә һыу сыҡҡан,нисә метрҙан сыҡҡандыр инде, уныһын белмәйем. Һыу- тереклек башы шул. Атайымдың алыҫтан һыу ташып һибеп үҫтергән баҡсаһында йүкә, муйыл, алмағасы ҡалған иҫтәлеккә. Ағастар ҙа үҫә, ҡартая, юҡҡа сыға икән. Был -тормош ҡағиҙәһе. Һәр ғаиләлә күпме шундай тарих һаҡлана...

Теги других блогов: тарих Кисәге ҡоҙоҡ